Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2025, 09:15

Һаман да ковид менән сирләүселәр бар

Республикабыҙҙа бер тәүлек эсендә 30 кеше ауырыған. Был хаҡта Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков хәбәр итә.

Һаман да ковид менән сирләүселәр барҺаман да ковид менән сирләүселәр бар
Һаман да ковид менән сирләүселәр бар

Әлеге ваҡытта 128 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың дүртәүһе 24 сәғәт эсендә ҡабул ителгән, тип хәбәр итте ул. 592 кеше амбулатор рәүештә дауалана, шуларҙың 26-һы кисә дауалана башлаған. Инфекция госпиталдәрендә 105 койка урынлаштырылған, буш койка фонды яҡынса 22 процент тәшкил итә.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас