Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2025, 08:34

Торналар...

Ҡара күккә, ана, күрәһеңме?Торналарҙың сыңлы сынйырын.Сыңрай - сыңрай ҡанат ҡағалар бит,Йылдағыса йырлап сың - йырын.

Торналар...Торналар...
Торналар...

Бер - бер артлы ғына теҙелешеп,
Ауыл өҫләп үтеп баралар.
Бына ғына, бына, әйтерһең дә
Ҡул һуҙымы беҙҙең аралар.
Күҙ күреме етмәҫ офоҡтарға,
Сыңлы сынйыр китеп юғалды.
Торналарым, күңел һыҙландырып,
Йылы яҡҡа ҡарай юл алды...
М. Мәғәсүмов.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас