

Илнур 2013 йылғы, бик иғтибарлы, тыныс малай, өлкәндәрҙең ышанысына инеп, уртаҡ тел таба белә. Пазл төҙөргә, футбол уйнарға һәм һан буйынса һүрәт төшөрөргә бик ярата. Үҙ аллы, ҡушҡан эште яуаплы үтәй, һеңлеһе, ҡустыһын бик яҡын күрә.
Руслан 2019 йылғы, изге күңелле, алсаҡ, аралашырға ярата. Конструктор йыйырға, дуҫтары менән уйнарға, хәрәкәтле уйындар ярата. Бик әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, бик ихлас бассейнға йөрөй.
Софья 2021 йылғы.Пирамида, матрешка йыя, кәрәкле уйынсыҡтарҙы еңел таба, һүрәт төшөрөргә ярата. Исем-фамилияһын, йәшен белә.
Оҙаҡламай был балалар ғаиләле булыуҙарын теләйбеҙ.
Уларҙы алырға теләһәгеҙ, мәғлүмәт банкының төбәк операторына 8 (347) 218 03 62 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.