

Башҡортостанда 2025 йылдың ғинуарынан алып 800 млн һумдан ашыу пенсия тупланмаһы түләнгән. Бөтәһе 15582 аҡсалата түләү бирелгән. Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе бер тапҡыр түләүҙе өҫтөн күргән. Тик 42 пенсионер ғына пенсияның тупланма өлөшөн әкренләп алырға теләк белдергән, ә 27 кеше тиҙ түләү менән файҙаланырға булған.
Пенсияның тупланма өлөшөн 2002 йылдан алып 2013 йылға тиклем эш биреүселәре даими иғәнә түләп барыусы 1967 йылда һәм унан һуңыраҡ тыуған граждандар, атап әйткәндә 1953 – 1966 йылда тыуған ир-егеттәр һәм 1957 – 1966 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар алды. Тупланма пенсияны формалаштырыуға «Әсәлек капиталы»н һалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа программала ҡатнаша алды.
60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55-те үткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсияға сыҡҡан ваҡытта уның тупланма өлөшө тулыһынса түләнә. Әгәр ҙә был сумма 411 мең дә 750 һумдан әҙерәк икән, ул бер юлы бирелә. Ә инде сумма ҙур булған осраҡта ул даими өлөшләтә түләнеп бара.
Мәрхүм булған граждандарҙың мираҫҡа дәғүә итеүселәре түләнмәгән пенсияның тупланма өлөшөн алырға хоҡуҡлы. Быйыл республиканың 2892 кешеһе ошондай мөмкинлек менән файҙаланды ла инде. Уларға дөйөм лағанда 164 млн һум аҡса түләнгән.
Пенсияның тупланма өлөшөн Дәүләт хеҙмәте порталы аша ғариза биреп йәки урындағы Социаль страховкалау фондына барып тикшерергә мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.