

Уның бурысы - яралыларҙы яу яланынан эвакуациялау, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү. «Филдок» өс йыл махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Фронтташ иптәштәре уны үҙ эшенең оҫтаһы булғаны, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыуы өсөн хөрмәт итә.
– Ашығыс медицина ярҙамы күрһәткәндә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн «Филдок» «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн», «Фиҙакәрлек һәм профессионализм өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән, «Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы» иҫтәлекле миҙалы менән билдәләнгән, – тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ районының хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина.
Фото: Т. АМАНОВ.