Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2025, 11:27

«Беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе булды»

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан «Көньяҡ ел» – иң шәп студент отряды.

«Беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе булды»«Беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе булды»
«Беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе булды»

Студенттарҙың төҙөлөш отряды – эште, ялды һәм дуҫлыҡты берләштергән, йәштәргә үҫергә, үҙ аллы булырға һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алырға ярҙам иткән үҙенсәлекле тәжрибә. Быйылғы йәйге хеҙмәт семестрында барлығы 5114 студент һәм үҫмерҙәрҙең хеҙмәт отрядтары составында 5412 уҡыусы эшкә урынлаштырылһа, шуларҙың 4270-е – республикабыҙҙа, 804-е республиканан ситтәге объекттарҙа эшләгән. Был осорҙа беҙҙә 52 проект ғәмәлгә ашырылған.

– Башҡортостан студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры тамамланды. Унда эшләүсе студенттар – был тормошта нимә теләгәнен асыҡ белгән, һәләтле һәм маҡсатлы ҡыҙҙар һәм егеттәр.

Студент йылдарында мин дә төҙөлөш отрядының командиры булдым һәм был эштең мөһимлеген аңлайым. Республикабыҙҙа был традицияның совет заманынан һаҡланып ҡалыуы бик һәйбәт. Беҙ уға яңы һулыш өрөргә булдыҡ. Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары хәрәкәтен үҫтереүгә етди тотонғас та, ҡатнашыусылар һаны 1,5 тапҡырға – 4 меңдән 6 меңгә тиклем – артты. Быйыл студенттарҙы уҡытыуға тағы ла федераль субсидия аласаҡбыҙ. Студотрядтар – республикабыҙ өсөн бик мөһим ресурс, йәштәр өсөн тәрбиә һөҙөмтәһе. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төҙөлөш отрядтарында булдыҡ, иң яҡшы хәтирәләр генә һаҡлана, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында IV курста белем алыусы Илүзә Янбаева беренсе курстан алып студенттар отрядында эшләй.

– Быйылғы йәй беҙҙең өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Уҡыу йортобоҙҙағы «Көньяҡ ел» студенттар отряды составында тағы ла бер тапҡыр Ҡара диңгеҙ буйына юлландыҡ. Беҙҙең «Дингеҙ» тип исемләгән Бөтә Рәсәй хеҙмәт проекты Ҡырым республикаһының Алушта ҡалаһында, биш йондоҙло отелдә үтте. Кемдер өсөн был тәүге хеҙмәт йәйе булды, ә бәғзеләр инде бында үҙенең икенсе, хатта өсөнсө йәйен отряд менән проектта үткәрҙе. Барыбыҙҙы ла уртаҡ маҡсат берләштерҙе – яҡшы эшләү, үҙеңде үҫтереү һәм, әлбиттә, республикабыҙҙың һәм университетыбыҙҙың данын лайыҡлы итеп күтәреү.

Ун туғыҙ студенттан торған отряд сервис йүнәлешендә эш күрһәтте: кемдер – аниматор, кемдер ашнаҡсы йә официант булды, ә кемдер отелдә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡланы. Һәр беребеҙ үҙ эшенә бөтә күңелен биреп, бөтмәҫ дәрт һәм тырышлыҡ менән хеҙмәт итте.

Ике ай ярым эшләгән осорҙа үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан ғына күрһәттек, шулай уҡ проектта һәм башҡа отрядтар араһында барған ижади конкурстарҙа тик беренсе урындарҙы яулап, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. Шулай «Көньяҡ ел» отряды Башҡортостан тарихында тәүгеләрҙән булып бөтә Рәсәй проектының байрағын алып ҡайтты. Был беҙҙең хеҙмәтебеҙгә, тырышыуыбыҙға һәм ҡабатланмаҫ рухҡа юғары баһа булды.

Ә 24 октябрҙә, Башҡортостан студенттар отрядының XI слетында, беҙҙең «Көньяҡ ел» тағы ла бер ҙур баһаға лайыҡ булды – Башҡортостан Башлығының байрағын алды! Был күсмә байраҡ Радий Хәбиров тарафынан быйыл ғына булдырылды һәм уны беҙ оло ғорурлыҡ менән ҡабул иттек.

Студенттар отряды – ул эш кенә түгел, дуҫтар менән аралашып, йырлашып-көлөшөп үткәрелгән тылсымлы ваҡыт, рухи яҡтан байыу мәле. Ауыр эш көндәренән һуң киске усаҡта яҡын кешеләреңә күңелеңде бушатыу, конкурстарға әҙерләнгән йоҡоһоҙ төндәр, диңгеҙҙә рәхәтләнеп һыу инеүҙәр, ял көндәрен дуҫтарың менән үткәреүҙәр – былар барыһы ла тормошобоҙҙоң онотолмаҫ өлөшөнә әйләнде. Беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе лә булды, донъялағы булған кешелек, дуҫлыҡ һәм берҙәмлеккә   ҡарашыбыҙҙы ла үҙгәртте.

Отрядыбыҙҙы йыл буйы яуаплы етәкләгән, ошо уңыштарға өлгәшеүгә ярҙам иткән командирҙарға – Светлана Ҡазыеваға, Тимур Фазлетдиновҡа, Софья Дреминаға һәм Ксения Буслаеваға ҙур рәхмәт. Улар беҙҙе гел илһамландырып, ҡеүәтләп торҙо. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студент отрядтары штабына һәм Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың ярҙамы һәм ойоштороу эше арҡаһында беҙ был юлды лайыҡлы үттек.

Әлеге көндә, байрағыбыҙҙы ғорур тотоп торған саҡта, беҙ оло яуаплылыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. «Көньяҡ ел» – ул ябай сервис йүнәлеше отряды ғына түгел, ул – йәшлек, хеҙмәт, үҙ көсөңә ышаныу һәм киләсәккә ышаныс символы, – ти Илүзә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас