

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Өфөләге «Салют» балалар реабилитация-белем биреү комплексына барыуы хаҡында һөйләне.
- Һәр конкрет төбәктә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу проценты кеүек күрһәткес бар. Беҙ, ышанығыҙ, инвалидтарға ярҙам итеү өсөн бик күп төрлө эштәр башҡарабыҙ. Әммә беҙ бер аҙ урынында торған мөһим күрһәткес бар. Республикала ул Рәсәй һәм ПФО-лағы буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Был эш биреүселәр менән насар эш алып барылыуы хаҡында һөйләй, - тип билдәләне төбәк етәксеһе һәм 10 ноябргә ошо темаға доклад әҙерләргә ҡушты.
- Был мәсьәләгә энергия бирергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙә улар (эшләүсе инвалидтар - ред.) күберәк булырға тейеш, бигерәк тә хәҙер, улар төрлө функцияларҙы үтәү өсөн кәрәк булғанда, — тине Радий Хәбиров.