Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2025, 08:19

КФУ-ләргә хеҙмәттәр һанын арттырырға ҡушылды

Төбәк башлығы күп функциялы үҙәктәрҙең хеҙмәтләндереүенең юғары сифатын билдәләне.

КФУ-ләргә хеҙмәттәр һанын арттырырға ҡушылдыКФУ-ләргә хеҙмәттәр һанын арттырырға ҡушылды
КФУ-ләргә хеҙмәттәр һанын арттырырға ҡушылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре икенсе йыл рәттән «Рәсәйҙең иң яҡшы Күп функциялы үҙәге» Бөтә Рәсәй конкурсында бер юлы өс категорияла еңеү яуланы.

 - Ҡотлайым! Яҡшы һөҙөмтә, эш сифаты юғары, — тип билдәләне бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Һәр ваҡыт шулай булманы, иҫегеҙҙә тотоғоҙ – көтөү ваҡыты ла, ялыуҙар ҙа булды. Ә хәҙер сәғәт нисек эшләй. Беҙҙең бурыс — кеше бөтә нәмәне КФҮ аша ала алһын өсөн хеҙмәттәр һанын арттырыу.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас