

"Сағыштырыу өсөн, былтыр 4 100 студент һәм уҡыусы эш тапҡан. Бөгөнгә студент отрядтары активистары был хеҙмәт семестры өсөн 520 миллион һум аҡса эшләгән. Йомғаҡлау һандарын быйыл йыл аҙағында белербеҙ", - тине ул.
Министр билдәләүенсә, юғары һөҙөмтәләр координация советының һәм студенттар отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штабтың яйға һалынған эше арҡаһында мөмкин булды. Республика предприятиелары базаһында 52 хеҙмәт проекты булдырылған һәм тормошҡа ашырылған, улар ярҙамында 4 270 эш урыны булдырылған. Әйтергә кәрәк, былтыр бындай проекттар булманы.
Бынан тыш, 850 студотряд яугиры республиканан ситтә Краснодар крайында, Татарстан, Алтай республикаларында, Ҡырымда хеҙмәт проекттарында булған. Бөгөн 530 студент октябрь аҙағына тиклем эшләй, ә 1 100 студент йыл әйләнәһенә проекттарҙа ҡатнаша. Уларҙы уҡытыу өсөн 56,4 миллион һум федераль субсидия йәлеп ителде. 2024 йылдың көҙөндә һәм 2025 йылдың яҙында 4 меңдән ашыу студент уҡытылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров студенттар отрядтары өсөн хеҙмәт проекттарын ойоштороу күрһәткестәрен иҫәпкә алып, эш биреүселәрҙең республика рейтингын булдырырға ҡушты.
"Барығыҙҙы ла студент отрядтары темаһына етди ҡарауығыҙҙы һорайым. Беҙ республикала студент отрядтары һанын 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ. Быйыл студенттарҙы уҡытыуға йәнә федераль субсидия аласаҡбыҙ. Студотрядтар - республика өсөн бик мөһим ресурс, йәштәр өсөн яҡшы тәрбиәүи эффект. Беҙ барыбыҙ ҙа төҙөлөш отрядтарында булдыҡ, был – иң яҡшы хәтирәләр", - тип билдәләне Радий Хәбиров.