Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2025, 04:26

Уҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрә

Туймазы ҡалаһының  2-се мәктәп уҡыусылары ла изге эштән ситтә ҡалмай.

Уҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрәУҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрә
Уҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрә

Мәҫәлән, V «Б» класс уҡыусыһы Илнара Шәкүрова Фәйрүзә өләсәһе һәм Әсхәт ҡартатаһы менән йәйгеһен Благовар районының Таң ауылы мәҙәниәте йортона маскировка селтәре үрергә йөрөгән. Әсхәт ағай селтәр үреү өсөн каркас яһаған.

– Көҙгө каникулда ла барасаҡмын. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, яҡташтарыбыҙға, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға ярҙам итеүҙә берҙәм булырға кәрәк. Маскировка селтәрҙәре хәрби техниканы йәшерергә генә түгел, ә беҙҙең  һалдаттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итәсәк бит! – ти  ҡыҙ.

Илнара кеүек уҡыусым булыуына ғорурланып  ҡуям!  Ата-әсәләренә, өләсәйенә  һәм ҡартатайына дөрөҫ тәрбиә биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Ә яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Гөлназ ЙОСОПОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Туймазы ҡалаһы.

 

Уҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрә
Уҡыусылар ҙа һаҡланыу селтәрҙәре үрә
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас