

Асыу тантанаһында сарала ҡатнашыусыларҙы БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, Баймаҡ районы Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты директоры Рәфил Ғәлиәхмәтов сәләмләне.
Фестивалдең программаһы бик бай булды. Сарала ҡатнашыусыларға мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Робот техникаһы, БПЛА, маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре, һалдаттарға хат, үләндәр тупланмаһы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Былар барыһы ла МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Гөлназ Хафизова етәкселегендә ойошторолдо. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Геройҙар заманы” китабының исем туйы үтте. Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының күргәҙмәһе һәм Айҙар Мәжитовтың оҫталыҡ дәресе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Ҡара-ҡаплан" буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Рәсих Йортбәков уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Шулай уҡ ҡунаҡтар иғтибарына ата-әсәләр ойошторған ҡул эштәренән бай күргәҙмә тәҡдим ителде. Атап әйткәндә, Артур Иҫәновтың ағастан эшләнгән әйберҙәре, Зәкиә һәм Көнһылыу Сөләймәноваларҙың "Ҡорама", "Сигеү" һәм "Стилләштерелгән кейем" күргәҙмәләре, "Иголочка" магазин-ательеһының тауарҙары булды.
Фестивалдең ғәмәли өлөшө асыҡ дәрестәргә һәм билингваль һәм полилингваль белем биреү буйынса кластан тыш сараларға арналды. Н.А. Аллаяровның геометрия, А. Д. Рәмованың рус теле, М. Х. Мөхәмәтйәрованың әҙәбиәт, Ю. Т. Халиҡованың информатика, Р.Ә. Тутаеваның инглиз теле, А.Р. Иҫәнғужин менән А.У. Баййегетованың биология менән географиянан берләштерелгән дәресе, М. С. Хәмитовтың физкультура, С.Н.Йәнбирҙинаның башҡорт теле, И.И. Муҡаевтың тарих, З.З. Королеваның хеҙмәт дәрестәре үтте. Шулай уҡ И.А.Нурдәүләтовтың, Г.Ш Исмәғилеваның, С.З Ишҡыуатованың һәм Ф.Г. Раеваның кластан тыш саралары булды. Бөтә дәрестәр һәм дәрестән тыш саралар юғары кимәлдә үтте.
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Р. К Моратова, тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Г.А. Муллагилдина, тәрбиәселәр Ф.А. Байғотлина һәм Ф.Г. Раевалар тарафынан ойошторолған "Телен һаҡлаған – илен һаҡлаған" кластан тыш сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Фестивалдең ғилми—методик өлөшөн Баймаҡ районы мәғариф бүлегенең методик каб инеты етәксеһе Гөлшат Сирғәлина ойошторҙо. Ул полилингваль белем биреүҙе үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышыуға ҡоролдо.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина үҙенең сығышында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса төп бурыстар хаҡында һөйләне, тыуған телде уҡытыу бөгөн тел грамоталылығын булдырыу ғына түгел, ә шәхесте тәрбиәләүҙә мөһим ҡорал булып тороуын билдәләне.
Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов сарала ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ районы мәғариф учреждениеларында милли һәм полилингваль белем биреүҙе тормошҡа ашырыу менән таныштырҙы.
Педагогия фәндәре докторы, профессор Рәйсә Дәүләтбаева лицей-интернат шарттарында полимәҙәни белемдең полилингваль моделен тормошҡа ашырыу тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфидә Рәмова менән инглиз теле уҡытыусыһы Рәйсә Тутаеваларҙың да сығышы бик фәһемле булды.
Фестивалде ябыуҙа А.С. Иҙрисовҡа, И.З. Сиражетдиновҡа, Г.К. Сирғәлинаға, Р.У. Ғәлиәхмәтовҡа БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Уңыш формулаһы” IX Республикаа полилингваль фестивален ябыу менән бер рәттән Рәйсә Дәүләтбаева етәкселегендәге инновацион майҙандың эше лә ябылды.
Айгөл БАЙЕГЕТОВА, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының методисы.