Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2025, 14:30

Атайымды ҡайтарығыҙ әле...

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Атайымды ҡайтарығыҙ әле...Атайымды ҡайтарығыҙ әле...
Атайымды ҡайтарығыҙ әле...
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Тик бер генә көнгә булһа ла.
Ҡәбер һалҡынында инде күптән
Йөрәккәйе өшөп туңһа ла.
 
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Тик бер генә килә күрәһем.
"Һағындым бит, атай, һине", тиеп
Сәстәренән килә үбәһем.
 
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Бик күп йылдар инде үтһә лә.
Риза булыр инем яндарымдан
Өндәшмәйсә үтеп китһә лә.
 
19 октябрь — Атайҙар көнө.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас