Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2025, 10:08

Атайлы бала - арҡалы бала!

Атай, атай, һинән башҡа тағы кем бар шундай бала бәғерле? Ҡояш һымаҡ әсәй берәү булһа, һин дә беҙгә шулай ҡәҙерле.

Атайлы бала - арҡалы бала!Атайлы бала - арҡалы бала!
Атайлы бала - арҡалы бала!

Минең атай көн дә эшкә китә,

Арып ҡайта унан кистәрен.

Йылмайыуы итеп алып ҡайта

Шәфәҡтәрҙең алһыу төҫтәрен.

Ҡушымта:

Атай, атай, һинән башҡа тағы

Кем бар шундай бала бәғерле?

Ҡояш һымаҡ әсәй берәү булһа,

Һин дә беҙгә шулай ҡәҙерле.

Ҡушымта.

2.Һайрай торған һандуғастармы ни, Һүҙҙәребеҙ бөтмәй серләшеп.

Сәнскеле биттәренән һыйпап,

Иркәләнеү үҙе ҙур бәхет.

Ҡушымта.

3.Минең атай көн дә эшкә китә,

Йондоҙҙарҙы ҡайта эйәртеп.

Йондоҙҙар ҙа йоҡлап китә кеүек,

Атайымдан әкиәт һөйләтеп.

Фото һәм видеояҙма асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас