

«Башинформ» корреспонденты Запорожье өлкәһенә эш сәфәрендә Шаран районынан булған яугир менән осрашҡан.
Яугирҙың дүрт балаһы бар, ҡатыны бишенсеһен табырға йыйынғас, көтөргә булған. Сөнки уны, күп балалы булғас, военкоматта кире борғандар.
«Ҡыҙым тыуып, беренсе аҙымдарын баҫҡас, контракт төҙөнөм. Туғандарым был хаҡта белмәне. Аҙаҡтан бөтәһе лә аңланы. Контракт төҙөмәҫ борон уҡ ярҙам ылауын алып барышып йөрөнөм», — тип аңлата «Яҡут» был аҙымын.
Ул ике юғары белемле. Ирекмәнлек менән дә шөғөлләнгән. Бөтә был һәләте, белеме яугирға алғы һыҙыҡта ярҙам итә.
Фото: Эдуард Кускарбәков.