

Әхиәр Хәким, Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.
1929 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.