Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октября 2025, 18:09

Башҡортостан Башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертына килде

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.

Башҡортостан Башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертына килдеБашҡортостан Башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертына килде
Башҡортостан Башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертына килде

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. 2024 йылдың яҙында республика Башлығы тәҡдиме менән ҡурайсылар ансамбле төҙөлгәйне. Былтыр 10 октябрҙә Ҡурай көнө билдәләнә башланы. Ансамблгә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә. Концерт программаһында башҡорт халыҡ көйҙәре, бейеүҙәре урын алған. Концерттан һуң Башҡортостан Башлығы ҡурайсылар менән аралашты, уларға уңыштар теләне. - Концерт программаһын киңәйтегеҙ, һәр яҡтан ярҙам итербеҙ. Сығышығыҙ ныҡ оҡшаны, ҡурайсылар ансамбле төҙөү уйы дөрөҫ булған, - тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас