Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2025, 08:15

«Быға тиклем агрессия күрһәтмәне»

Бөгөн ҡыҙын тәҙрәнән ырғытҡан атай  һәм уның ғаиләһе тураһында  мәғлүмәттәр билдәле. Ҡыҙҙың әсәһенә фажиғә тураһында хәбәр иткәндәр. Анна Өфөләге колледжда инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Көн элгәре ул өлкән улы Егор менән Калининградҡа планлы дауаланыуға юллана. Малайҙың быуындары менән проблема. Өс йәшлек Полина Атаһы Андрей менән өйҙә ҡала. Ир электрик булып эшләй һәм быға тиклем бер ниндәй ҙә агрессия күрһәтмәгән. Экспертиза күрһәтеүенсә, ул айыҡ булған. Андрей үҙенең ҡылығын әлегә тиклем аңлата алмай. Үкенес белдермәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡулға алынған мәлдә өфөлө кейемһеҙ, иҙәндә ятҡан. Полинаның ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә. Ҡыҙ ауыр хәлдә. Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, ир яҡынса 15 йыл элек Өфө эргәһендәге Базилевка Республика клиник психиатрия дауаханаһы пациенты булған. UTV телеканалы 34 йәшлек ирҙең ҡыҙын тәҙрәнән ырғытҡан мәлдең видеояҙмаһын һалды. ВКонтакте ҡағиҙәләренә ярашлы  беҙ бында тулы видеоны урынлаштыра алмайбыҙ. Әммә ул беҙҙең телеграмма каналында бар.

«Быға тиклем агрессия күрһәтмәне»«Быға тиклем агрессия күрһәтмәне»
«Быға тиклем агрессия күрһәтмәне»

Фото: Т. Аманов

 

Тәҙрәнән ырғытҡан видеяҙманы ошонда һалдыҡ: https://t.me/yukatelephon/11499

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас