Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2025, 11:14

Мин – көҙ ҡыҙы

Һары ялҡын ҡапһа урмандарға, Һабышамын мин дә һарыға. Ҡоштар осһа тыуған яҡтарынан Йырһыҙ ҡалған йәнем зарыға.

Мин – көҙ ҡыҙыМин – көҙ ҡыҙы
Мин – көҙ ҡыҙы

Иген уңһа баҫыу-ҡырҙарымда,

Шул диңгеҙҙә мин дә тулҡынам,

Йыйылмайса уңыш ятып ҡалһа,

Мин дә ғәйепле тип йолҡонам.

Был миҙгелдә миңә барыһы яҡын:

Йонсоу ямғыры ла хатта үҙ.

Һәр йыл һайын ҡабат тыуҙыра ла

Тағы ғашиҡ итә үҙенә көҙ.

Ҡоштар киткән мәлем, бер йыл өҫтәп, Яҡынайта ғүмер көҙҙәрен.

Һуңламаған төҫлө миҙгелдәр ҙә,

Мәлен белһен әйтер һүҙҙәрем.

Һуңғы япраҡ елгә елпенгәндә,

Өҙөлгәндәй минең бер тамыр.

Был көҙөм дә инде үтеп бара,

Ерҙә минән ни һуң, ни ҡалыр?

Тәбиғәттең, балҡып, тынғанында,

Һулыш өргән миңә көҙҙәрем.

Тын көҙҙән һуң ергә ҡыш килә бит,

Шуға уйсан ҡарай күҙҙәрем… ЗөһрәҠотлогилдина

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас