Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октября 2025, 11:30

Ниәтебеҙ изге, уйыбыҙ яҡты булһын!

Тормошоғоҙ көйлө барһын тиһәгеҙ, һәр ваҡыт ниәтегеҙ изге һәм ихлас булһын. Һәр бер эш ниәткә ҡарап баһалана.  Бар эшегеҙ бары Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн булһын. Һәр эштә лә Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәлләгеҙ. Һәр эштең һөҙөмтәһе лә унан ғына. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә теләмәһә, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ул теләһә, тормошоңдағы ауыр ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп була.

Ниәтебеҙ изге, уйыбыҙ яҡты булһын!Ниәтебеҙ изге, уйыбыҙ яҡты булһын!
Ниәтебеҙ изге, уйыбыҙ яҡты булһын!

Шөкөр итегеҙ. Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәренә рәхмәтле була белегеҙ. Барлыҡ уңышыбыҙ ҙа, иманлы йәшәүебеҙ ҙә тик унан ғына.

Ниндәйҙер оло бер эш башлар алдынан, йә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, уның хәйерле булыуын теләп,  ике рәҡәғәт истихара намаҙы уҡығыҙ.

Һәр ваҡытта ниәттәребеҙ изге, уйҙарыбыҙ яҡты булһын! Һәр ваҡыт хәйерлегә генә ынтылып йәшәйек!

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас