Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2025, 03:00

Буласаҡ әсәйҙәр һаулығы яңы система аша күҙәтелә

«Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш» федераль проекты аша Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһының Эндокринология үҙәгендә пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн заманса технологиялар әүҙем индерелә. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Буласаҡ әсәйҙәр һаулығы яңы система аша күҙәтеләБуласаҡ әсәйҙәр һаулығы яңы система аша күҙәтелә
Буласаҡ әсәйҙәр һаулығы яңы система аша күҙәтелә

2025 йыл башынан һаулығына айырым иғтибар талап иткән 200 — ҙән ашыу буласаҡ әсәй инновацион ҡоролмалар-iCan i3 инсулин насостары һәм Libre системалары менән тәьмин ителде. Был-әсә һәм бала һаулығы өсөн мөһим аҙым.

Глюкоза кимәлен өҙлөкһөҙ контролдә тотоу системаһының өҫтөнлөктәре булып аныҡлыҡ һәм уңайлылыҡ тора. Помпа көндәлек инъекцияларҙы күп тапҡыр ҡулланыу кәрәклеген кире ҡаға, глюкоза кимәлен смартфон экранында уҡ реаль ваҡытта күҙәтергә мөмкин. Даими күҙәтеү ваҡытында шәкәрҙең хәүефле тирбәлеүен күрергә һәм иҫкәртергә мөмкинлек бирә, был бигерәк тә йөклөлөк ваҡытында мөһим.

Фото: ДТРК.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас