Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2025, 13:39

Яңы ҡағиҙә

Башҡортостанда балаларға киске ундан һуң йәмәғәт урындарында яңғыҙ йөрөү тыйыла.

Яңы ҡағиҙә
Яңы ҡағиҙә

Быға тиклем сикләүгә 24:00 – 6:00 ваҡыт арауығы инә ине. 1 октябрҙән «комендант сәғәте» 22:00 – 6:00 тиклем буласаҡ. Бәлиғ булмаған балалар ошо ваҡытта ата-әсәһеҙ йөрөһә, штраф һалынасаҡ.

Был сикләү ҡышҡы режимға күсеү, иртә ҡараңғы төшөү һәм һауа температураһының түбәнәйеүе менән аңлатыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас