Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября 2025, 09:25

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Ә беҙ күп ваҡытыбыҙҙы ултырып үткәрәбеҙ

Йөрәк, ҡан тамырҙары һәм тотош организм өсөн мускулдар хәрәкәтенән дә файҙалыраҡ нимә бар? Әммә хәҙерге заман кешеһе быға көндән-көн әҙерәк ваҡыт бүлә. Техник прогресс тормошобоҙҙо еңеләйтеп, физик әүҙемлектән арындыра бара.  Белгестәрҙең фекеренсә, был – ауырыуҙарға һәм һимереүгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе.

Кемде генә алма, бөгөн ке­шенең эше күп осраҡта ултырыуға бәйле. Белгестәр иҫәпләүенсә, уртаса алғанда, беҙ көн һайын 12 – 14 сәғәт ултырабыҙ; эш өҫтәле артында (7 – 9 сәғәт), телевизор алдында (3 сәғәт), автомобиль руле артында (1 – 2 сәғәт). Был әле ултырып ашаған ваҡытты иҫәпкә алмай ғына. Быларға йоҡлаған ваҡытты ла ҡушҡанда, 19 – 22 сәғәт ваҡытыбыҙ хәрәкәтһеҙ үтә, тигән һүҙ.
Ләкин кеше был донъяға ултырып йәшәү өсөн генә кил­мәгән бит. Ата-баба­ла­рыбыҙ таң менән тороп, көн буйы аяғөҫтө йөрөгән. Ҡайһы саҡта эңер төшкәс кенә ултырып ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ауыл ке­шеһенә был йәһәттән ҡур­ҡыныс янамай, уларҙың да күп ваҡыты йорт-ҡура тирәһендә эш менән йүгереп йөрөп үтә. 
Көнкүреш һәм электрон приборҙарҙың күплеге, дистанцион пульттар физик әүҙем­лекте юҡҡа сығарып бара. Хәҙер беҙ көнөнә, бынан 30 йыл элеккегә ҡарағанда, 700 ка­лорияға кәмерәк тотонабыҙ. Ә уйлап ҡараһаң, 30 йыл күп тә түгел. 
Көндәлек эштәр әҙ физик көс талап иткәнлектән, тәбиғәт тарафынан кеше организмына билдәләнгән энергияны сарыф итеү өсөн әүҙем ял итеү, йәғни спорт менән шөғөлләнеү, кү­берәк саф һауала йөрөү кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ быға ваҡыт тапмайбыҙ. Социологик һорашыуҙар күрһәте­үенсә, ололарҙың 1/4 өлөшө, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 1/3 өлөшө, буш ваҡытын ҡыбыр­ламай ғына тиерлек үткәрә. Әүҙем тормош алып барған­дары ла сәлә­мәтлеген тейешле кимәлдә тоторлоҡ дәрәжәлә түгел. Шунлыҡтан замандаш­тары­быҙҙың кәүҙә ауырлығы норманан күпкә артыуына, яртыһының ҡан баҫымы юғары булыуына, 1/4 өлөшөнөң хроник сирҙәр менән ауырыуына аптырарға түгел. 
Физкультураның файҙаһы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ.  Йөрәк мускулдары физик эштән, хәрәкәттән көслөрәк була һәм нығый ғына.  Физик әүҙемлек ҡан тамырҙарына ла яҡшы тәьҫир итә, ҡатлаула­ныуҙан һаҡлай, һығылмалы­лығын көсәйтә. 
Физик эш һәм хәрәкәт стрес-тан һәм депрессиянан ары­н­дыра, кәйефте кү­тәрә. Ул калорияларҙы ян­дырырға ла ярҙам итә.  Кәүҙә ауырлығынан арындырмаһа ла, артыҡ килограмдар йыйылыуға юл ҡуймай. 
Тик кенә ятырға яратыу­сыларҙың пульсының йышлы­ғы – минутына 70 – 75. Ә физик күнекмәләр яһаусыларҙың күпкә көслөрәк, шунлыҡтан уларҙың йөрәге артыҡ кө­сөргәнмәй генә тамырҙар буйлап ҡанды шәберәк ҡыуа. Икенсе төрлө әйткәндә, улар­ҙың йөрәк тибеше йылына 10 миллионға кәмерәк. Тимәк, йөрәк артыҡ көс түкмәй, үҙ яйынса ғына эшләп, үҙ бурысын башҡара.
Үҙебеҙҙең аҙ хәрәкәт ите­үебеҙҙе эш күплеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтап, аҡларға тырышабыҙ. Әммә, уйлап ҡа­раһаң, хәҙер тормош күпкә еңелләште. Йорт эштәренең күбеһен техника ярҙамында башҡарабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙа­ры­быҙ ҡул менән кер йыуыуҙың нимә икәнен онотоп бара. Тимәк, буш ваҡытыбыҙ ҙа күберәк, тик уны телевизор ҡарап, телефон, компьютерға текләп үткәрәбеҙ. Был алама ғәҙәттән арынырға ваҡыт. Үҙеңдә дивандан тороп, телевизорҙы һүндерергә көс табырға ғына кәрәк. Бер сәғәт телевизор ҡараған ваҡытты шәп итеп атлап йөрөүгә бүлһәк, һимереү хәүефе – 25 про­центҡа, ә шәкәр диабеты менән ауырыу ҡурҡынысы 35 про­центҡа кәмейәсәк. Был осраҡта, баҫып тора алаһың икән – ултырма, тора алаһың икән – атла, тигән принциптан сығып эш итеү дөрөҫ. 
Киске аштан һуң тышта йөрөп әйләнеү ҙә, телефондан һөйләшкәндә өйҙә генә атлап йөрөү ҙә файҙалы, теләк кенә булһын. Ә инде 16 аҙнала бындай физик әүҙемлекте көн һайын әҙ-әҙләп кенә арттыр­ғанда, кәүҙә ауырлығын биш килограмға кәметергә мөмкин. Иң мөһиме – көн һайын һәм мөмкин тиклем йышыраҡ хәрәкәт итеү. 
Әлегә табиптар тик улты­рыуҙы ауырыуға иҫәпләмәй. Әммә күп кенә белгес ултыраҡ тормош алып барыуҙа сә­лә­мәтлек өсөн ҡурҡыныс дошман йәшеренеүен таный. 
Хәрәкәт итеп, физик эш эш­ләп, ҡандағы холестерин ки­мәле һәм ҡан баҫымы юға­рылығынан һәм башҡа бик күп проблеманан арынырға мөм­кин. Эш махсус рәүештә спорт менән шөғөлләнеүҙә лә түгел, ә мөмкинлек булған һайын хәрәкәт итергә тыры­шыуҙа. 
Халҡыбыҙҙың “хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән алтын һүҙҙәрен онотмайыҡ. 

Читайте нас