

педагог, журналист, яҙыусы,Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Ике башҡорт һөйләшә.
Текләшкән дә ҡойма аша
Ике күрше һөйләшә:
-Хелло, Марфа! Гутен морген!
-Хелло, Мила, Гутен таг!
-Хәлдәр ҡалай?
-Хөртөй, малай!
Хөртөй—полный аптырак.
-Һинең мужик куда пашул?
-Никуда—дома сидит.
Диванда телеко ҡарай.
Папироскою дымит.
-Минеке с утра смылся
Рыбалкаға в Культабан.
Эт һуғарып йөрөй шунда,
Ушолына ни заман!..
Бына шулай гибрид телдә
Ике күрше һөйләшә.
Марфа тигәне—Мәрфуға,
Милашаһы—Миләүшә...
-Тинтель-минтель...
-Трали-вали...
Ике башҡорт һөйләшә.
Ауыҙҙарын ҡорт саҡҡыры,
Телгенәмде имгәтә.
Юлай Кәримов фотоһы.