Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2025, 10:30

Инәй-апайҙар әбейҙәр сыуағын байрам иткән

Баймаҡ районының Билал ауылы ҡатын-ҡыҙҙары байрамды  Суҡҡарағас буйында ойошторған.

Инәй-апайҙар әбейҙәр сыуағын байрам иткәнИнәй-апайҙар әбейҙәр сыуағын байрам иткән
Инәй-апайҙар әбейҙәр сыуағын байрам иткән

– Элек-электән был байрамда өлкән әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, төйөнсөк күтәреп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән. Таяҡ башына ап-аҡ яулыҡ элеп, яурынға ҡуйып, икенсе ауылға ҡунаҡҡа барғандар, күмәкләшеп сәй эскәндәр, аят-доға уҡығандар.

Билалдар халҡыбыҙҙың был йолаларын әле лә үтәй. Бөгөн көҙҙөң сыуаҡ, матур көнөндә Суҡҡарағас буйына йыйылдыҡ. Самауырҙар ҡуйып, былау бешереп, ҡунаҡҡа килгән һәмәндәр, таһирҙар менән аралашып бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Ил-йортобоҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Тағы ла әллә күпме йәйҙәрҙе оҙатып, алтын көҙҙәрҙе бергә ҡаршы алырға яҙһын! – тип хәбәр итә Билал ауыл китапханаһы төркөмөндә Райхана Булатова.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас