Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2025, 12:30

«Батя» ҡыҫҡа ваҡытлы ялда

Ул сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

«Батя» ҡыҫҡа ваҡытлы ялда«Батя» ҡыҫҡа ваҡытлы ялда
«Батя» ҡыҫҡа ваҡытлы ялда

Яугир Стәрлетамаҡ физик культура колледжында уҡыған. Ырымбур янында 27-се дивизияның 506-сы мотоуҡсылар полкында командир урынбаҫары булып хеҙмәт иткән, чечен кампанияһында ла ҡатнашҡан. Ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланған.

– Ауыр ваҡытта ғаиләм тураһында уйҙарым бирешмәҫкә ярҙам итә, ҡатынымдың доғалары ла һаҡлай. Былтыр ауылды  штурмлағанда тәүге яра алып, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә иҫәпләндем. Икенсе яраны быйыл алдым. Ҡатыным минең өсөн доға ҡылыуҙан туҡтамай, ауыр хәлдәрҙән миңә ҡотолорға ла ярҙам итә, – ти ул.

Уның иң ҙур хыялы – тыныс тормошҡа – өйгә, ғаиләһе янына ҡайтып, эш менән шөғөлләнеү. Ул махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә көс һәм түҙемлек тә теләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас