Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2025, 12:32

Һай, афариндар! Беҙҙекеләр һынатманы

Урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары "Студент яҙы" Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы. Ул 16-ыһынан 21 сентябргә тиклем Ставрополь ҡалаһында үтте.

Һай, афариндар! Беҙҙекеләр һынатманыҺай, афариндар! Беҙҙекеләр һынатманы
Һай, афариндар! Беҙҙекеләр һынатманы

- Ставрополдән Башҡортостан делегацияһы төбәк программаһында, тағы ла башҡа йүнәлештәрҙә еңеү яулап ҡайтты. Шулай уҡ "Прорыв года" номинацияһында ла еңеүсе булды, - ти республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы классик һәм халыҡ бейеүҙәрендә ике беренсе урын, Өфө сәнғәт училищеһы "Халыҡ ҡоралдары"нда ике беренсе урын һәм "Вокал" йүнәлешендә Гран- при яуланы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Елизавета Лубина, Бөрө кооператив техникумынан Артемий Матюхин беренсе урындарҙы яуланы. Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтынан "Атмосфера-старт" үҙенсәлекле номер менән өсөнсө урын яуланы, шул уҡ белем биреү учреждениеһынан Ильвина Зәйдуллина "Халыҡ йыры" номинацияһында өсөнсө урынға сыҡты. Стәрлетамаҡтатағы төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжынан Рәнис Ғәлиев "Нәфис фотоһүрәт" һәм Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө сәнғәт институты командалары коллективтары "Үҙенсәлекле номер" номинацияһында бүләкләнде.

- Бик тулҡынландыҡ, шул уҡ ваҡытта илһам да алдыҡ: икенсе ҡала, Бөтә Рәсәйҙән ҡараусылар, көслө ҡатнашыусылар. Сығышыбыҙға бөтә көсөбөҙҙө, тойғобоҙҙо һалырға тырыштыҡ, һөҙөмтәһе булыуына бик шатбыҙ, - ти "Вокал" йүнәлешендә Гран- при яулаусы Аиша Йыһаншина. Башҡортостан делегацияһының "Сәнғәт йәшәргә тейеш" тигән концерт программаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, хәҙерге көндә ижад кешеләрҙе берләштереүен күрһәтте.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас