

Алда уны тағы ла ҡатмарлы операция көтә — декабрь айы башында Курган ҡалаһындағы Илизаров үҙәгендә. Ауыртыуҙарға сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп ятҡан егетебеҙгә ҡарап йөрәк һыҙлай.
Фажиғәнән һуң алты ай үтеп бара, йәғни октябрь айында, пособие туҡтай, тимәк матди мөмкинселектәре бөтөнләй сикләнә. Дауаланыу, операциялар һәм реабилитация өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Шөкөр, Марселдең янында атаһы — Рәсүл Сәитғәли улы, ул улын тәрбиәләп ҡарап тора. Әммә уларҙың үҙ көстәре генә етмәй.
Мәүлит айы — изгелек һәм саҙаҡа айы. Әйҙәгеҙ, изге күңелдәребеҙҙе берләштереп, Марселгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Һәр һум, һәр доға, һәр теләк — уның өсөн терәк һәм ҡанат буласаҡ .
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа менән дауалағыҙ.” (Тирмизи). Беҙ ҙур ҡазаға юллыҡҡан һәм Хоҙай Тәғәлә һынауҙарын сабырлыҡ менән кисергән егеткә ярҙам итеп, үҙебеҙгә лә рухи һәм тән һаулығы алырбыҙ ин шәә Аллаһ.
Ярҙам өсөн реквизиттар: Атаһы: Йәнбулатов Рәсүл Сәитғәли улы Телефон: +7 927 235 85 97 Россельхозбанк картаһы (телефонға беркетелгән)
Йә Раббым, Марселгә шифа, сабырлыҡ һәм өмөт уты бир. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай — ул мотлаҡ, изгелек булып кире әйләнеп ҡайтасаҡ!