

Был хаҡта Фёдоровка районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә.
- Өмәгә халыҡ дәррәү йыйылып, иҫке үләндәр, сүп-сарҙан мәрхүмдәрҙең мәңгелек йортон таҙартты,биләмәне тәртипкә килтерҙе. Был изге эштә халыҡ берҙәм булып тал-сыбыҡтарҙы, ағастарҙы киҫте, тырмалар менән ҡороған үләндәрҙе тракторға тейәп, йыйып түкте. Был сауаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, тыуған ауылыбыҙҙың матурлығы, киләсәге өсөн, әҙ булһа ла, өлөшөбөҙҙө керетәйек! Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен, - тип хәбәр ителә төркөмдә.
Сауаптарын насип итһен!