Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2025, 16:30

Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды

Бөгөн Өфө районының Шамонино ауылында өсөнсө "Алтын уҡ" төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте һәм уғатарҙар фестивале үтте

Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылдыМәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды
Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды

 

Был сара башҡорт халҡының йолаларын, мәҙәни-рухи ҡомартҡыларын һаҡлау һәм тергеҙеү, уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, йәштәрҙе милли мәҙәниәткә йәлеп итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла.

Күңелгә үтеп инерҙәй халыҡ моңдары, ихлас йылмайыуҙар һәм күрешеүҙәр, традицион кәсептәр һәм байрам милли аш-һыуы - былар барыһы ла ауылдың һабантуй яланында йөрәкте йылытты һәм тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө.

Республика башлығы Радий Хәбиров фестивалгә килеп башҡорт мәҙәниәте этнопаркы проекты менән шәхсән танышты. Төбәк етәксеһе Шамонин ауылы халҡы һәм Өфө районы йәштәре тәҡдим иткән презентацияны хупланы. Урындағы халыҡ өсөн был проект - идея ғына түгел, ә милли мәҙәниәтебеҙ киләсәк быуындар өсөн әһәмиәтле булыр, уларҙың тормошонда лайыҡлы урын һәм иғтибар алыр тигән өмөт.

Өфө районы башлығы Кубогына "Алтын уҡ" уҡтан атыу буйынса ярышта Башҡортостан Республикаһының егермеләп районынан һәм ҡалаһынан төрлө йәш категорияһындағы 70-кә яҡын спортсы ҡатнашты. Шулай уҡ Татарстан Республикаһынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡатнашыусылар килде. Бөтә уҡсылар ҙа милли кейемдә сығыш яһаны.

Ғөмүмән, һабантуй яланы балҡып торҙо бөгөн - мәҙәниәт байрамына килеүселәрҙең, ҡунаҡтарҙың күбеһе милли кейемдә ине.

Этнопарк республикабыҙ ынйыһы, милли традицияларыбыҙҙы һаҡлау һәм быуындан-быуынға тапшырыу үҙәге, ҡунаҡтар һәм туристарҙы йәлеп итеү урыны, тыуған еребеҙҙең таланттарын үҫтереү өсөн платформа булыр, тип ышанабыҙ. Афарин, был оло һәм изге юлдың башы булһын.

Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды
Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды
Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды
Мәргәндәр "Алтын уҡ"ҡа йыйылды
Автор:Гөлназ Хужахмәтова
Читайте нас