Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября 2025, 06:00

"Холодильник" алам тип "мошейник"ка эләккән

Был үтә ҡыҙғаныс һәм мәшәҡәтле ваҡиға Белоретта теркәлгән. Бер ҡатын һыуытҡыс алам тигән дә ныҡ ҡына итеп отолған да ҡуйған... Сайтта 

"Холодильник" алам тип "мошейник"ка эләккән"Холодильник" алам тип "мошейник"ка эләккән
"Холодильник" алам тип "мошейник"ка эләккән

Зыян күреүсегә ағаһы, миңә һыуытҡыс һатып алыш әле тип, социаль селтәрҙәрҙең береһенән һылтанманы ебәргән. Был унан үтеп, һатыусы менән яҙыша башлаған. Ҡатынға һыуытҡыс эйәһе "килтереүҙе эшләргә кәрәк" тип тағы бер һылтанма ебәргән. Был уның буйынса үткән һәм банк картаһының номер-маҙарын яҙған. Һөҙөмтәлә иҫәбенән 8 мең һум аҡса киткән. Һатыусы һуңынан, миңә аҡса килмәне, "возврат" яһарға кәрәк тип, тағы ла карта номерын яҙырға һораған. Ҡатын әйтелгәнде үтәгән һәм йәнә 9 мең һум аҡсаһы ғәйеп булған. Шулай итеп уның 17,5 мең һум аҡсаһы "мошейник"тарға киткән дә ҡуйған. 

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Банк карталарығыҙҙың мәғлүмәттәрен билдәһеҙ сайттарға индермәгеҙ, бер кемгә лә смс-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Интернет аша тауар һатыу һәм һатып алыу йыш ҡына мутлашыусылар схемаһы булып тора, һаҡ булығыҙ

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас