Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2025, 12:36

Урал Килсенбаев Max-та үҙенең каналын асты

БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Max-та үҙенең каналын асты. Уға https://max.ru/kilsenbaev һылтанмаһы буйынса үтеп яҙылырға мөмкин.

Урал Килсенбаев Max-та үҙенең каналын астыУрал Килсенбаев Max-та үҙенең каналын асты
Урал Килсенбаев Max-та үҙенең каналын асты

«Хәйерле көн, дуҫтар. Мин Мах мессенджерында үҙ каналымды астым. Яҙылыуығыҙҙы һорайым. Үҙемдең йүнәлештәрем буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һалырмын!» — тип яҙа Урал Килсенбаев.

Яңы аккаунтында ул мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренән, Башҡортостандың ЮНЕСКО комитеты һәм «Торатау», «Янғантау» геопарктары эшмәкәрлеге тураһында, шәхси тормошонан бер аҙ мәғлүмәт менән уртаҡлашырға вәғәҙә бирҙе.

Max - Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған илебеҙ мессенджеры булып тора.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас