

Сөм һауытҡа ҡуйыртылған һөт, йомортҡа һалып, болғарға. Ондо әҙ-әҙләп ҡушып, ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп, ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы, һигеҙ тигеҙ өлөшкә бүлеп, 24 сантиметр ҙурлыҡта йәймәләр эшләп, бер нисә урындан сәнске менән тишеп сығырға. Ҡоро табала уларҙың ике яғын да бешереп алаһың. Әҙер йәймәләрҙең ситтәрен, тәрилкә ярҙамында, бер иш итеп ҡырҡып сығырға. Ҡырҡындыһын, йәғни ҡырҡып алынған киҫәктәрҙе, ваҡлап ситкә ҡуйып торорға.
Ҡаймаҡ менән шәкәрҙе яҡшы итеп туҡып, крем әҙерләргә. Йәймәләрҙең араһына ошо ҡатнашманы һылап, тортты теҙергә. Иң аҙаҡ ҡалған кремды торттың ситтәренә һылап, ваҡланған массаны һибергә.
Зинира Сыңғыҙова рецебы.
Фото: шәхси архивтан.