14 сентябрҙә Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө башланды. Бөгөн төп һайлауҙар Белоретта һәм Бөрөлә үтәсәк, унда халыҡ ҡала биләмәләре советтары депутаттары өсөн үҙ тауышын бирәсәк. Шулай уҡ Өфө районының Йоматау ауылы халҡы гражданлыҡ бурысын үтәп, ауыл советы ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлаясаҡ.
Бынан тыш, республикала ҡала - район советтарына, ҡала биләмәләре, ауыл биләмәләре советтарына өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк. Бөтә һайлауҙарҙа бөтәһе 239 депутат мандатын алмаштырыу планлаштырыла.
Һайлауҙарҙа 652 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән 13 МХО ҡатнашыусыһы.
Һайлауҙарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә 48 территориаль һайлау комиссияһы, 256 участка комиссияһы йәлеп ителгән.
Һайлау участкаларында видеотеркәү сараларын һәм КОИБ-ты ҡулланыу планлаштырылмай.
Тауыш биреү бер көндә — 2025 йылдың 14 сентябрендә үтә. Етди сәбәптәр арҡаһында бөгөн һайлауҙа ҡатнаша алмаған һайлаусылар 3 сентябрҙән 13-нә тиклем тауыш бирҙе.
Һайлау участкалары 7.00 сәғәттә асылды, улар урындағы ваҡыт буйынса 21.00 сәғәттә тамамланасаҡ.
Тауыш биреү барышы тураһында ваҡытлы матбуғат баҫмаларының 61 редакцияһынан һәм дүрт телерадиотапшырыу каналынан 161 журналист һөйләйәсәк.
Уҙғарылған һайлауҙар тураһында мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, Һайлауҙар тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте Рәсәй ЦИК порталында онлайн режимында алырға мөмкин.