Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2025, 06:00

Шағирә Сәсәниә, Элмира Сәсәнбаева

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Шағирә Сәсәниә, Элмира СәсәнбаеваШағирә Сәсәниә, Элмира Сәсәнбаева
Шағирә Сәсәниә, Элмира Сәсәнбаева
Көҙ еле
Һаташтырған романстай
Тәңкәле ел шауҡымы,
Әйтерһең, һөйөүҙән һулҡый
Ғашиҡтарҙың алҡымы.
 
Бер һүҙ ҡылыу өсөн күпме
Көс сарыф – хәл бөткәнсе,
Тәңкә өйөмөндә аунап,
Аҡ олондо үпкәнсе...
 
Болоттарға ҡарап ят та,
Күр Айҙың тоноҡ йөҙөн,
Ҡатлам-ҡатлам хыял аша
Табып йырыңдың эҙен.
 
Ҡанат ҡаға ҡайын күккә,
Алтын балыҡҡа оҡшап...
Аһ, был ел, йөрөй йыһанды
Өнһөҙ күңелгә ҡоршап.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас