Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2025, 13:00

Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул. Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.

Бәхет һинең үҙеңдән башланаБәхет һинең үҙеңдән башлана
Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.

Һөйләр алдынан тыңла.

Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.

Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.

Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама. Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.

Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.

Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар. Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.

Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер.

Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.

Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас