Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября 2025, 11:30

Фәнгә сәйәхәт

2022-2031 йылдар Рәсәйҙә президентыбыҙ ҡарары менән фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан ителгән.

Фәнгә сәйәхәтФәнгә сәйәхәт
Фәнгә сәйәхәт

"Фәнгә сәйәхәт. Башҡортостан республикаһы" пресс-туры федераль һәм төбәк мәғлүмәт саралары өсөн фәнни һәм технологик ҡаҙаныштарҙы ишетеү генә түгел, күреү өсөн ойошторолған. Илебеҙҙең 29 төбәге 90 тур әҙерләгән, шуларҙың туғыҙы - Башҡортостанда. Был сараның программаһына төбәктең алдынғы фәнни инфраструктураһы менән танышыу, Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының һәм республика университеттарының лабораторийҙарын ҡарау инә. Журналистар шулай уҡ сәнәғәт майҙансыҡтарында буласаҡ һәм "Торатау" геопаркына сәйәхәткә юлланасаҡ.

Фән өлкәһе менән танышыуҙы ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән брифинг менән башлап ебәрҙе. Бында шулай уҡ "Милли өҫтөнлөктәр" автономлы коммерцияһыҙ ойошма генераль директоры урынбаҫары Роман Камаев, БР фән һәм юғары белем биреү дәүләт комитеты председателе Светлана Мостафина, БР фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латыпова ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы, фән өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ, артабан да был өлкәне күтәрергә планлаштырғанбыҙ, тип билдәләне.

Фото: Башинформдан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас