- Киберспортсыларыбыҙҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотланым. Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡыусылары уҙған миҙгелдә компьютер спорты буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урын яуланы, башҡа ярыштарҙа, шул иҫәптән халыҡ-ара ярыштарҙа ла яҡшы сығыш яһаны. Егеттәргә ярҙам итәсәкбеҙ. Уңыштар теләйем! Шулай уҡ бөгөн «ижади индустриялар сәғәте»н үткәрҙек, унда беҙ республикала мәғлүмәт технологияларын үҫтереү хаҡында фекер алыштыҡ. Был өлкә бик әүҙем үҫешә, әммә быға тиклем бындай осрашыуҙар үткәрмәнек. Бик һөҙөмтәле һөйләшеү килеп сыҡты. Уның һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең ИТ-секторға ярҙам итергә мөмкинлек биргән бер нисә йөкләмә төҙөйбөҙ. Был һөнәр артында, һис шикһеҙ, киләсәк. Бөгөн беҙҙең бурыс – мәғлүмәт технологиялары үҫешһен, республикабыҙҙа булдырылған ҡарарҙар производствола, дәүләт идаралығында-төрлө өлкәләрҙә индерелһен өсөн шарттар булдырыу. Артабан да эшләйбеҙ, -тине ул.