Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2025, 13:00

"Аҡыллы" кейем

Фән һәм технологиялар шул тиклем алға киткән, хатта "аҡыллы" кейем барлыҡҡа килгән.

"Аҡыллы" кейем"Аҡыллы" кейем
"Аҡыллы" кейем

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге лабораторийҙары мөғжизәле донъяны хәтерләтә. Медицина өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыла: теш, быуындар өсөн имплант әҙерләнә, йөрәк эшмәкәрлеге өсөн төрлө махсус ҡулайламалар уйлап сығарыла. Шулай уҡ сысҡан, ҡомаҡ, балыҡтарҙа тәжрибә үткәрелеп, кешегә кәрәкле мөһим асыштар яһала. Кейем индустрияһы өлкәһендә лә күп яңылыҡ ингән. Хәҙер тегеүселәр үлсәмде элекке кеүек алмай. Махсус сканер һәм компьютер ярҙамында кешенең кәүҙәһенә яраҡлы кейем өлгөһө эшләүҙе уйлап тапҡандар. Шулай уҡ ябай тегеү өлгөләрен робот-машина башҡара ала. Кейемдәр ҙә "аҡыллы"ға әйләнгән. Эшселәр өсөн тегелгәндәренә яңылыш ҡолаған мәлдә ҡысҡыра торған датчик ҡуйылған. Үҫемлектәр донъяһында "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән, һирәк осраған сорттар лаборатор шарттарҙа үҫтерелеп, ҡурсаулыҡҡа оҙатыла. Ҡыҫҡаһы, фән иленә сәйәхәт һәр кемде һоҡландырҙы һәм спикерҙар - Аддитив технологиялар лабораторийы мөдире Марс Ғәләүетдинов һәм башҡа лабораторий етәкселәре: Галина Розит, Руслан Шәғәлиев, Ольга Будеева, Майя Ишморатоваға рәхмәттәрен еткерҙе.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас