Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2025, 04:00

Ғафуриҙа яңы ФАП-тар асылды

Ике заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында эшләй башланы.

Ғафуриҙа яңы ФАП-тар асылдыҒафуриҙа яңы ФАП-тар асылды
Ғафуриҙа яңы ФАП-тар асылды

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу тантанаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов әйтеүенсә, медпункттар заманса талаптар буйынса төҙөлгән, кәрәкле коммуникациялар менән йыһазландырылған, пандустар ҡуйылған. Кабинеттарҙа медицина приборҙары бар.

«Был фельдшерҙарға тағы ла сифатлыраҡ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, ә халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыла. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа ауылда йәшәү сифатын яҡшыртыуға реаль аҙымдар өсөн ысын күңелдән рәхмәт», — тип билдәләне Венер Вәхитов.

Тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункттары «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә асылды. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас