Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2025, 11:00

Башҡортостанда шәкәр заводтары тулы көсөндә эшләй

Дүшәмбе кәңәшмәһендә был хаҡта БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе.

Башҡортостанда шәкәр заводтары тулы көсөндә эшләйБашҡортостанда шәкәр заводтары тулы көсөндә эшләй
Башҡортостанда шәкәр заводтары тулы көсөндә эшләй

Уның хәбәр итеүенсә, планға алынған майҙандың 7 процентын эшкәртеп, 132 мең тонна тамыраҙыҡ алынған. Ҡайһы бер хужалыҡтар ҡарабойҙайға төшкән, 4 процент майҙанды йыйған. Бөртөклөләр менән бергә майлы культуралар эшкәртелә.

Шулай уҡ 637 мең тонна бесән һәм 1 миллион 133 мең тонна сенаж әҙерләнгән, 115 мең тонна силос һалынған.

Республикала бер баш малға яҡынса 19 центнер аҙыҡ берәмеге, йәғни пландан 74 процент тура килә.

Фото: Башинформдан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас