Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2025, 14:00

Аллаға шөкөр, иҫән-һаубыҙ!

Затлы йорто эргәһендә торған бай бер кеше сүп-сар контейнерында соҡонған берәүҙе күреп ҡалған да: – Аллаға шөкөр, әлдә әле мин ярлы түгелмен, – тигән.

Аллаға шөкөр, иҫән-һаубыҙ!Аллаға шөкөр, иҫән-һаубыҙ!
Аллаға шөкөр, иҫән-һаубыҙ!

Сүп-сарҙа соҡонған кеше эҙләнеүенән туҡтаған арала  урамда  ярым шәрә йөрөгән, үҙен тотанаҡһыҙ тотҡан аҡылға бер төрлөрәк кешене күреп ҡалған да:

– Аллаға шөкөр, мин улай түгелмен, – тип эстән генә шыбырлаған.

Аҡылға бер төрлөрәк кеше алыҫтараҡ «Тиҙ ярҙам» машинаһын туҡтағанын күрә. Уның эсендә ауырыу кеше була.  Быны күреп ул:

– Аллаға шөкөр, мин һау-сәләмәтмен, – тигән.

Дауахана карауатында ятыусы ауырыу кеше уның палатаһы эргәһенән аҡ простыня ҡапланған кәүҙәне арба менән моргҡа алып китеп барғандарын күргән дә:

– Аллаға шөкөр, иҫән-һаумын, – тигән.

Мәрхүм кеше генә Аллаһы Тәғәлә рәхмәт әйтә алмай.

Тағы бер матур яңы көндө ҡаршыланыҡ. Аллаға шөкөр тип, йәшәү мөмкинлеге биргән өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булайыҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас