Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2025, 04:00

Знаменкала тиҙҙән ФАП асасаҡтар

Бәләбәй районының Знаменка ауылында тиҙҙән дөйөм практика табибының яңы модулле бинаһы асыласаҡ. Уны «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты аша төҙөгәндәр, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Знаменкала тиҙҙән ФАП асасаҡтарЗнаменкала тиҙҙән ФАП асасаҡтар
Знаменкала тиҙҙән ФАП асасаҡтар

Яңы медицина учреждениеһы беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм медикаменттарҙың тулы комплекты менән йыһазландырылған. Бында дарыухана пункты, прививка яһау һәм күҙәтеү кабинеттары, ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары бар. Оло йәштәгеләр һәм аҙ хәрәкәтсән кешеләр өсөн инеү урынында пандус ҡаралған.

Учреждениела Знаменка ауылы һәм яҡын-тирәләге 1600 кешелек өс ауыл халҡы диспансеризация үтә, вакцинация үтә һәм яңы медицина учреждениеһында беренсел медицина-санитар ярҙам ала аласаҡ.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас