

Уны Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы «Ышаныслы тыл», Мораҡтан «Россияночка», Борон, Яңғыҙ ҡайын, Родина ауылдары ирекмәндәре, мосолмандар менән берлектә ойошторҙо.
Осрашыу ихлас аралашыу сараһына әүерелде. Яугирҙар үҙҙәре хаҡында һөйләһә, сараға йыйылыусылар уларға изге уй-теләктәрен дә еткерҙе.
– Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуына ышанабыҙ! Батырлығығыҙ һәм фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт! – ти сараны ойоштороусылар.
Фото: Т. АМАНОВ.