

Кәрәк: 300 грамм һөт, өс ҡалаҡ көнбағыш майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 500 грамм он.
Йылы һөткә көнбағыш майы, тоҙ, самалап он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Әҙер булғас, 15 минутҡа ситкә ҡуйып торорға. Ҡамырҙы түңәрәк формала йоҡа ғына итеп йәйеп, ҡоро табала ике яғын да әйләндереп бешерергә. Әҙер булған йәймәләрҙе майлап, иҙелгән картуфтан эслек һалып, ҡап уртаға бөкләп ҡуйырға. Зинира Сыңғыҙованың рецебы.
Фото: шәхси архивтан.