Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2025, 14:35

Терроризмға ҡаршы көрәшкә - күргәҙмәләр

Рәсәйҙә 3 сентябрҙә  Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был дата Бесландағы фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле һәм террорға ҡаршы тороу кәрәклеген иҫкә төшөрөргә тейеш. Башҡортостандың мәғариф ойошмалары тематик күргәҙмәләр аса ала.

Терроризмға ҡаршы көрәшкә - күргәҙмәләр
Терроризмға ҡаршы көрәшкә - күргәҙмәләр

«Фажиғәле ваҡиғалар тарихы» күргәҙмәһе Рәсәй тарихындағы 15 ҙур теракт тураһында һөйләйәсәк. «Подвиг.РФ» проекты сиктәрендә аудиовизуаль плакаттар серияһы әҙерләнгән, унда геройҙар ғына түгел, ваҡиғалар ҙа иғтибар үҙәгендә тора. Маршрут тамашасы 1990-сы йылдарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклемге ваҡиғалар хронологияһын күрә, фажиғәләрҙең масштабын баһалай һәм көс ҡулланыуға һәм экстремизмға ҡаршы берләшеүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлай алырлыҡ итеп төҙөлгән.

Күргәҙмә материалдары бушлай ошо һылтанма буйынса ята: vk.cc/cOVLZm

Плакаттарҙы мольберттарға урынлаштырырға, стенд экспозицияһын ойошторорға йәки мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, патриотик тәрбиә үҙәктәрендә слайд-шоу рәүешендә экранда күрһәтергә мөмкин. Бындай күргәҙмәне үткәргәндә https://vk.com/podvigrf һәм хэштег #подвигрф_выставка тип тамғалау мотлаҡ. 

Фото: подвиг.РФ сайты

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас