Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2025, 04:57

Көҙгә керәм

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Көҙгә керәмКөҙгә керәм
Көҙгә керәм

Ағастарҙың һары япраҡтары
Берәм-берәм ергә ҡойола…
Минут-секундтарым япраҡ булып
Минән ҡаса кеүек тойола.

Шыбыр-шыбыр-шыбыр һыуыҡ ямғыр
Үләндәрҙең йыуа һарыһын…
Эх, йыуылһын ине һағыштарым,
Онотолһон ине барыһы…

Ҡулдарымда – еүеш һары япраҡ,
Күңелемдә - көҙҙөң һағышы…
Ғүмерҙең дә, ошо көҙҙәр кеүек,
Юғалтыуы булыр, табышы.

Гел табыштан ғына тормай тормош,
Юғалтыуға кәрәк түҙергә…
Һағыштарҙы күңелемдән йыуып,
Шатлыҡ көтөп керәм көҙҙәргә!

Фирүзә Абдуллина.

ЮлайКәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас