Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2025, 08:00

Белем көнө менән!

Алтын көҙҙөң тәүге көнө, Һаумы, һаумы , сентябрь! Ҡояш көлә, донъя көлә, Ниндәй матур иртә был!

Белем көнө менән!
Белем көнө менән!

Урмандарҙа күпме шат йөҙ,

Күпме сәскә, күпме наҙ!

Әйтерһең дә, һис көҙ түгел,

Тәбиғәттә яҡты яҙ.

Көҙ түгел, эйе, яҙ әле,

Ғүмер мәленең яҙы —

Нисә бала мәктәп юлын

Тик башлай ғына яңы.

Шат тауыштарға ҡушылып,

Көмөш ҡыңғырау сыңлай.

Белем иленә гөрләшеп

Киләсәк атлай шулай.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас