Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Август 2025, 13:00

МХО яугирҙары рәхмәт белдерә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбасста эш сәфәре барышында 12-се айырым гвардия Кенигсберг-Городок Жуков Ҡыҙыл байраҡ орденының инженер бригадаһы урынлашҡан ерҙә булды.

МХО яугирҙары рәхмәт белдерәМХО яугирҙары рәхмәт белдерә
МХО яугирҙары рәхмәт белдерә

Республика Башлығы шәхси состав менән фекер алышты, яугирҙарҙың хеҙмәт итеү шарттары менән танышты һәм республика дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҫкә төшөрөп үтәйек, 2025 йылдың майында бригада урынлашҡан ерҙә булғанда Башҡортостан Башлығы шәхси составҡа махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстар үтәгән яуҙаштарының хәлен белергә вәғәҙә биргәйне. Бүлексәләр урынлашҡан майҙансыҡта Радий Хәбиров "Үҙәк" үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Уның белгестәре төрлө тәғәйенлештәге пилотһыҙ осоу аппараты эшкәртеү һәм яңыртыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ хәрбиҙәрҙе өйрәтә. Был эште атҡарыр өсөн бөтә кәрәк ҡорамал һәм шулай уҡ һынау полигоны бар. Бригаданың шәхси составы Башҡортостандың етәкселегенә МХО яугирҙарына ярҙамы, шул иҫәптән төбәктә сығарылған пилотһыҙ осоу аппараты өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров республиканың артабан да яугирҙарҙың үтенесен оператив рәүештә атҡарып торорға әҙер булыуын билдәләп үтте. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Хәрби дан залын, яугирҙарҙың йәшәгән урынын ҡарап сыҡты, яҡташтар менән аралашты, уларҙың үтенестәрен һәм теләктәрен тыңланы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас