Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Август 2025, 18:37

Уҡытыусы-шағирә ижадташ дуҫтарын йыйҙы

Баш ҡалабыҙҙың Яҙыусылар союзында шағирә, яҙыусы, Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Аҡбутинаның ижад кисәһе үтте.

Уҡытыусы-шағирә ижадташ дуҫтарын йыйҙыУҡытыусы-шағирә ижадташ дуҫтарын йыйҙы
Уҡытыусы-шағирә ижадташ дуҫтарын йыйҙы

Унда ижадташ дуҫтары, яҙыусылар, шағирҙар, курсташтары, туғандары, Бөрйән менән Ейәнсура районынан яҡташтары, республика баҫмаларынан вәкилдәр, уның ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе, ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, Земфира Хәкимйән ҡыҙының мәктәптә уҡытып та, ижад итеп тә өлгөрөүен, бик тынғыһыҙ, тырыш булыуын телгә алды. Матур кисәне Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина асып:

- Күбебеҙ белгән мәшһүр педагог Марат Муллағоловтың, яҙыусы булһын тип теләп, бәпләп үҫтергән уҡыусыһы, - тип белдерҙе, мәктәп йылдарында ижад юлына нисек баҫыуҙарын һөйләне.

-  Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һүҙ аша һәр ижадсы донъяға үҙ асылын асып һала, шуға күңелегеҙ ҡанатлы, мөлдөрәмә тулы һәм таҙалыҡта булһын, - тине Мәүсилә Ямғурсина, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллиндың ҡотлау сәләмен еткереп.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар Земфира Аҡбутинаның тәүге китабына фатиха биргән. Был ваҡытта ул Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһын етәкләгән.

- Шуға был осрашыуға бик шатланып, көтөп алып килдем. Земфира Аҡбутина башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индерҙе, китаптары менән байытты, әҙәбиәтебеҙҙә ҙур танылыу яуланы. Башлап фатиха биргән кеше булараҡ был икеләтә ҡыуаныслы , - тине ул сығышында.

Бер туғандары бала саҡтарын хәтергә төшөрһә, курсташтары уның һаман да ихлас, дәртле булыуҙарын белдерҙе.

- Күп осраҡта беҙҙе эйәртеп алып йөрөнө. Уның менән бер әҙәби кисәне лә ҡалдырманыҡ. Атаҡлы яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тикшергәндә лә беҙҙе алып бара торғайны, - ти улар.

Ғәҙилә Бүләкова, Тамара Искәндәриә ихлас, матур һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. - Ейәнсуранан килеүсе яҡташтары ла Земфира Аҡбутинаның ижадын хөрмәт итеүҙәрен белдерҙе, уның һәр ваҡытта ла әүҙем булыуын телгә алды.  "Ейәнсура таңдары" гәзитенең баш мөхәррире Әлмира Әйүпова район гәзите менән әүҙем хәбәрләшеүен телгә алып, Рәхмәт хаты ла тапшырҙы. Ҡотлаусылар, сығыш яһаусылар күп булды. Республика баҫмалары вәкилдәре лә ихлас, матур теләктәрен еткерҙе.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас