Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Августа 2025, 11:01

Рәсүл Ҡарабулатовҡа - РФ Оборона министрлығынан юғары награда!

Өфөлә 27 августа "Әрме мәҙәниәте көндәре" барышында БР Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың ултырышы уҙҙы. Унда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының "За Веру и служение Отечеству" миҙалы менән Башҡортостандың халыҡ артисы, Ҡала мәҙәниәт-күңел асыу үҙәге директоры Рәсүл Ҡарабулатов бүләкләнде.  Рәсүл Рафиҡ улын лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ! Именлек-һаулыҡ, бар уй-хыялдар тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!  

Рәсүл Ҡарабулатовҡа - РФ Оборона министрлығынан юғары награда!Рәсүл Ҡарабулатовҡа - РФ Оборона министрлығынан юғары награда!
Рәсүл Ҡарабулатовҡа - РФ Оборона министрлығынан юғары награда!

 Фото: Т.Аманов

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас